Мәктәп тарихы ауыл тарихынан айырылғыһыҙ

 

     Тәбиғәттең хозурлығына кинәнеп йәйрәп ятҡан беҙҙең йәнтөйәгебеҙҙә, ҡарттар һөйләп ҡалдырыуҙарынса, ХVIII быуат аҙаҡтарында уҡ мал бағып, йорт-ер тотоп, донъя көтөп ғүмер иткәндәр булһа кәрәк. Йылҡылары, ҡуйҙары Әүҙекте, Ҡаншал тауҙарында ер ябып йөрөгәндәр.Үҙән йылғаһынан Һәүәнәккәсә ерҙәре иркен булған, бәрәкәт-ҡоттан торған.

    I Ватан һуғышында еңеп ҡайтҡан Килдеғол 1915 йылда ата-бабалары биләмәһендәге әлеге төбәккә нигеҙ ҡора, үҙенең исемендәге ауыл төҙөй.

    Һуғышта Парижғаса барған, ике көмөш миҙал алған, зауряд-хорунжий дәрәжәһенә өлгәшкән Ибраһимов Килдеғол Иглек улын бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда ла киң ҡарашлы, тәрән белемле шәхес булғанын төҫмөрләргә мөмкин.

 

***

   Ауыл ойошҡандан бирле бик күп йылдар уҙа, быуындар алмашына. Беҙгә, әлбиттә, күп тарихтар билдәле түгел. Әммә шуны асыҡ әйтергә була – ауыл халҡы борон-борондан аң-белем, ҙур зиһен менән йәшәгән. Ер-һыуын ғәҙел бүлешеп алып, мал-тыуар тотоп, татыулыҡта көн күргән. Һәр төбәккә тәбиғи хәл-торошона йәки тарихи сәбәп-ваҡиғаларға бәйле бик матур, ҡолаҡҡа ятышлы, мәғәнәле исем-атамалар ҡуйған. Быны зирәклектең бер миҫалы итеп ҡарарға кәрәк.

 

***

    Ауылдаштарыбыҙҙың элек-электән аң-белемгә ынтылып йәшәүҙәре, сәсән телле, йор һүҙле булыуҙары, тарихтарҙы, легендаларҙы, шәжәрәләрҙе яттан белеүҙәре билдәле. Ауыл ерлегендә тыуған әкиәттәр, легендалар, йырҙар бар.

     1912 йылғы Нәғимә инәй Илсеғолова, 1908 йылғы Ғәлиә инәй Көмөшбаева, 1914 йылғы Зөһрә инәй Ғәбитова, 1930 йылғы Нух ағай Көмөшбаевтар, мәҫәлән, ауыл ерлегендә тыуған йырҙарҙы, бәйеттәрҙе, Бабсаҡбей менән Күсәкбей эпосын, бүтән тарихтарҙы, шәжәрәләрҙе бәйнә-бәйнә һөйләрҙәр ине.Ауылда тыуған йырҙар бер дәфтәргә тупланды.

 

***                                                               

     Ауылдан сығып китеп мәҙрәсәләрҙә белем алыусы ауылдаштарыбыҙ ҙа билдәле. Уларҙан Яхин Мәхмүтдин менән Искужин Фәйзулланы асыҡ һөйләйҙәр.

    Дини уҡыуға ла көслө ауылдаштар етерлек булған. Һағынбайҙар араһынан Сабитулла дини уҡыу йортонда имтихандарҙы яҡшы тапшырып, имамлыҡ дипломын ҡулына ала. Мулла Әхмәтулла Һағынбаевтың уландары Һиҙиәт, Хәйрулла менән Йыһанур мәҙрәсәләрҙә уҡып сығып дини дәрәжәләргә зйә була.

 

***     

    Совет власы дәүерен ауылыбыҙ уҡымышлы муллалары, ҡалҡыу урында балҡып ултырған ҙур, матур мәсете менән ҡаршылай. Был, әлбиттә, хәйерлегә булмай, дин әһелдәре мәсеттән ҡыуып сығарыла, репрессиялана, изге дин йорттары  эше туҡтатыла, айлы манаралар ҡолатыла. Һәр төбәктә, һәр ерҙә Лениндың “ликбез”программаһын тормошҡа ашырыусы совет мәктәптәре эш башлай.

 

***   

  Беҙҙең ауылға ла замана елдәре үтеп инә -- дәүләт ҡарарына ярашлы ауылыбыҙға уҡымышлы кеше ебәрелә. Ул – хәҙерге Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Сафин Ғәле исемле уҙаман. Шaулай итеп, 1928 йылда ауылыбыҙҙа башланғыс синыфтар мәктәбе барлыҡҡа килә.

   Сафин, заманына күрә белемле, өҫтәүенә үтә ҡыйыу, яңылыҡҡа ынтылыусан, шаян, актив позициялы кеше була. Ауылдағы 7 йәштән 50 йәшкә тиклемге һәр кемде “мәктәп”кә йәлеп итә, уҡырға, яҙырға өйрәтә. Һуңынан киске уйындар ойоштора, йәштәрҙең тормошон тулы ҡанлы итергә тырыша.       Әлбиттә, янып торған әүҙем егетте икенсе йылына икенсе яҡҡа эшкә алып китәләр, тик…Иғасурин Сәхиулла, Көмөшбаев Зөбәйер менән Шәһит, Вәлиев Зәйләғи, Һағынбаев Усман, Йәғәфәров Фазлетдин, Искужин Абдулла менән Муса, Яхин Сәлимйән менән Ахунйән, Килдеғолов Мөҙәрис менән Фауариз  бер уҡыу сезонында ғына ла Сафиндан төплө һабаҡ алып ҡалалар. Һөҙөмтәлә ғүмер юлдарын ерҙә тәрән эҙ ҡалдырып үтәләр: Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәтәләр, тыныс тормошта яуаплы урындарҙа эшләйҙәр, матур донъя көтәләр.

*** 

      1929-1930 уҡыу йылына Баймаҡтан  Йосопов Сөнәғәт килә. Ғаиләле. Ҡатыны Зөләйха исемле. Уҡыусылары: Йәғәфәров Ғәлләметдин, Яхина Баҙыян, Көмөшбаева Һауа, Ғәбитов Мөхтәр, Сәфиуллин Шәйхинур һәм Мәһәҙи ауылынан Хәйбрахман, Исхаҡ, Йосоп Мөхәмәтйәновтар.

 

***

    1930-1931 уҡыу йылында Иҫке Монасиптан килгән Ҡонафин Хисаметдин балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Ҡонафин уҡыу йылы тамамланғас китә, уның урынына Темәс педучилищеһын тамамлап ҡайтҡан ауылдашыбыҙ Йәһүҙин Исмәғезәм Мөхәмәт улы эш башлай.

     И.Йәһүҙин ауылыбыҙҙан сыҡҡан беренсе уҡытыусы.

     1933-1937 йылдарҙа илдәге боларынҡы сәйәси ваҡиғаларға бәйле мәктәптә эш туҡталып ҡала.

     1937-1938 уҡыу йылын район үҙәгенән ебәрелгән Хәсәнов Мостафа Ғылмитдин улы башлап ебәрә. Уның башланғысында ауылда байтаҡ яңы үҙгәрештәр була. Ауылдаштар кистәрен сәйәси темаларға лекциялар тыңлай, донъя, ил яңылыҡтары менән таныша.

    М.Хәсәновты районға эшкә ҡайтаралар. Артабан уҡытыуҙы Ш.Миндеғолов, И.Йәһүҙин, М.Һатыбаловтар бер-береһен алмаштырып дауам итә.

 

 

  ***

 

   Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Был йылы Сермән педучилещеһын тамамлап килгән Ғәббәсов Нәғим ауыл мәктәбендә уҡытҡан була. Егетте һуғышҡа алалар.   Мәктәптәге уҡытыу-тәрбиә эше район үҙәгендә уҡып 7 класс  тамамлаған йәш ҡыҙҙарға – Миндеғолова Хәҙисә менән Көмөшбаева Ғәрифә ҡулына ышанып тапшырыла. Ошо осорҙа шулай уҡ Искужина Бибинур, Яхин Зәкир, Мәсәғүтова Сәлимә мәктәптә эшләп ала. Һуғыш йылдарында мәктәптә уҡытыу туҡтап торған осраҡтар ҙа була.

    Һуғыштан һуң Хамматов Ғылмитдин, Яхин Зәкир балаларға белем бирә.  

    Артабан Ғәлекәйев Мөҙәрис, Буранғолова Сәлимә, Ирназарова Рәхилә,Хамматов Ғәле,Ишмаҡова Хәжәр, Сибәғәтуллина Маһира, Ғөбәйҙуллина Фәимәләр уҡытыусы булып эшләй.

  ***

    1957-1958 уҡыу йылында Дәүләтбирҙин Сәлих Хафиз улы эш башлай. Бығаса ауылдағы буш торған биналарҙа алып барылған уҡытыу эше өр-яңы бинаға күсерелә -- мәктәп һалып сығалар.

   2 йылдан Дәүләтбирҙин китә. Уҡытыусылар алмашыныу дауам итә: Буранғолова Самиға, Биҡҡолова Ҡәмәриә, Ишемғужина Сәрүәр, Шәрипова Мәмдүҙә, Назарова Рәсимә, Шәрәфуллина Ғәлимә, Ҡарағолова Әлмира, Ҡолдобаева Тәнзилә, Сураҡова Ғәлиә, Байназарова Хәлиҙә, Хәсәнова Мәрйәм, Ҡаһарманова Фәүриә, Ғәлиуллин Сәйетғәле, Йортбағышева Ғәлиә, Вәлиева Сәмәрә, Ҡаһарманова Бикә төрлөһө төрлө йылдарҙа мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен алып баралар.

     Үҙебеҙҙең ауылдыҡы булараҡ, әлбиттә, Ғ.Шәрәфуллина иң оҙаҡ эшләгән кеше.

      Дәүләтбирҙин мәктәбе янып киткәс, 1985 йылда яңы мәктәп төҙөлөп файҙаланыуға тапшырыла.

                                                         ***

      1988-1989 уҡыу йылында мәктәп тулы булмаған урта мәктәп булып эш башлай. Директоры—Йомағолов Гәрәй Миңлеғәле улы.

      Мәктәп һәр осорҙа ла юғары белемле, энергияһы ташып торған уҡытыусылар коллективы менән үҙенең мәртәбәһен арттырып торҙо. Уҡытыусыларҙан Дәүләтшина Фәнисә, Вәлиева Хәсибә, Ҡорманғолова Фәриҙә, Фәйзуллина Иркә, Ҡорманғолова Таңһылыу, Фәйзуллин Мөнир, Кулбирзина Әлфиә, Билалова Гөлнара, Яхина Ғылмия, Яхин Альберт, Билалов Сабит, Билалова Зарема, Билалова Земфира, Исхаҡова Рәсилә, Абдуллин Ринат балаларға белем һәм тәрбиә биреүҙә оҙаҡ йылдар ең һыҙғанып эшләйҙәр.

     Мәктәпкә килеп эшләп китеүселәр: Ишмөхәмәтова Хәнифә , Йәғәфәрова Мәҙинә, Боҫҡонова Фәимә, Йомағолова Рәсимә, Сәйфетдинова Флорида, Искужин Вәзир менән Сәлиха, Заманова Зәйтүнә, Баһауетдинова Таңһылыу, Тимерғәлиев Булат, Бикмөхәмәтова Сажидә, Ғәйетбаева Әлфирә, Шәрәфетдинов Радик, Бикбаева Зөбәржәт, Ҡарағолова Лира, Ғәбитова Айгүл, Шәрипов Шамил, Сабитов Ришат,Үлмәҫбаев Раян, Сатвалова Ләлә, Мәсәғүтова Флорида, Ғәлләмова Динара, Юлсурина Гүзәлиә, Алтынбаева Зөлфиә, Ғиззәтуллина Гөлназ. Улар ситтә лә беҙҙең мәктәп йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр.

     Г.М.Йомағоловтан һуң Р.Баймурзин, М. Муллағолов, М.Фәйзуллин, З.Илмөхәмәтова, С.Искужина, Р.Исхаҡова, Ю.Сөләймәнов, И.Үтәбаев, А.Яхиндар мәктәп коллективын етәкләне.

     2012-2013 уҡыу йылында Фәриҙә Әхмәт ҡыҙы филиал етәксеһе булып килде.

     Коллективҡа Н.Шәрипова, Г.Ҡонафина, А. Сәйфетдиновтар йәш кадрҙар булып килде.

      Мәктәп тормошо дауам итә. Эшләргә лә эшләргә генә ҡала.